Уфинское время
14:31
Четверг, 21 Ноября
Курсы валют
сегоднязавтра
105.73 105.81
100.03 100.22

Барыһы ла балаларҙың һәләттәрен үҫтереү өсөн

17:3418.11.2024 16+ 557 18+
Барыһы ла балаларҙың һәләттәрен үҫтереү өсөн

Республикала “Һәр баланың уңышы” төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – белем биреү ойошмаларында яңы урындар булдырыу, шулай уҡ балаларҙың һәм йәштәрҙең һәләттәрен асыҡлау, уларға ярҙам итеү һәм үҫтереү буйынса төбәк үҙәген булдырыу.

Сибай ҡалаһында ла был тәңгәлдә бик ҙур эштәр башҡарылған. 2021 йылда - 6 йүнәлеш буйынса 3 145 938,73 һумға 705 урын булдырылған (художество, социаль-гуманитар, спорт, туристик-крайҙы өйрәнеү, тәбиғәт-ғилми, техник).

Ҡаланың Балалар ижады үҙәге нигеҙендә 2021-2024 йылдарҙа «Һәр баланың уңышы» проекты тормошҡа ашырыла, ҡаланың төрлө уҡыу йорттары нигеҙендә 16 берекмә асыла. 2022-2023 уҡыу йылында өҫтәмә дөйөм белем биреү программалары буйынса 12 берекмә эшләгән: «Йәш һыҙыусы», «Йөҙөү», «Баскетбол», «Һандуғас», «Тылсымлы палитра», «Шире круг», «Йәш психолог мәктәбе», «Йәш турист», «Йәш натуралист», «Химия һәм тормош», «Футбол», «Саңғы уҙыштары».

Проектты финанслау арҡаһында Балалар ижады үҙәгендә сенсор бүлмәһе асылған, унда балалар, ата-әсәләр менән коррекцион һәм үҫтереүсе дәрестәр үткәрелә. Шулай уҡ «Шахматы» берләшмәһе заманса ҡорамалдар менән тулыһынса йыһазландырылған, уҡыусылар зона, ҡала ярыштарында даими призлы урындар яулай, шулай уҡ бында шөғөлләнгән уҡыусылар Троицк һәм Магнитогорск ҡалаларында үткән төбәк ярыштарында ла еңеп, йөҙөү буйынса һөҙөмтәле шөғөлләнеп призлы урындар алыуға ирешкән.

Шулай уҡ 2022 йылда техник йүнәлеш буйынса 908 442, 92 һумлыҡ 60 урын, 2023 йылда туристик-крайҙы өйрәнеү һәм тәбиғи-фәнни йүнәлештәр буйынса 1 170 213,82 һумлыҡ 165 урын булдырылған.

Тулыраҡ - https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2024-09-0..

Рекламный баннер 990x90px banstati
× Сайт использует файлы cookie. Они позволяют узнавать вас и получать информацию о вашем пользовательском опыте. Это нужно, чтобы улучшать сайт. Если согласны, продолжайте пользоваться сайтом. Если нет – установите специальные настройки в браузере или обратитесь в техподдержку.