Уфинское время
02:58
Среда, 9 Апреля
Курсы валют
сегоднязавтра
92.99 94.77
84.28 86.19

Өфө - башҡаларға өлгө

16:1706.04.2025 16+ 1597 18+

Башҡортостан 24 муниципаль телевизион каналының кесаҙна сығарылышы республикалағы шәмбе өмәләренә арналды. Уҙған экология акциялары барышында йыйылған сүп-сар күләменең 11 мең кубометрҙан ашыу булғанын иҫәпкә алғанда, субьектта таҙартыу эштәрен артабан әүҙемләштереү бурысы тора. Ошо хаҡта тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Бирғолиев белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн Өфө шәмбе өмәләрен ойоштороу һәм уҙғарыу буйынса беренсе урында килә. Башҡа муниципаль берәмектәрҙә ошо йүнәлешкә иғтибар аҙ.

Камил Бирғолиев шулай уҡ Башҡортостанда яҙғы һунар миҙгеле асылыу тураһында хәбәр итте. Быйыл, браконьерҙар менән көрәш өсөн айырым саралар ҡабул ителгән, штрафтар суммаһы ла юғары.

Өфө ваҡыты тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны+7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.

Рекламный баннер 990x90px banstati
× Сайт использует файлы cookie. Они позволяют узнавать вас и получать информацию о вашем пользовательском опыте. Это нужно, чтобы улучшать сайт. Если согласны, продолжайте пользоваться сайтом. Если нет – установите специальные настройки в браузере или обратитесь в техподдержку.